Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Октября 2023, 07:41

Себер һаулығынан айырмаһын

Рөстәм Вахитов теге саҡ әйтте, бөгөн эшләп тә ҡуйған.

Себер һаулығынан айырмаһын
Себер һаулығынан айырмаһын
Илкәнәй ауыл биләмәһе башлығы, яңынан башлыҡ булып һайланғас, беҙгә алдағы пландарын һөйләгәйне. Шуларҙың береһе - ағастар ултыртыу ине. Себер һаулығы тип аталған ойошма аҡса биргән, үҫентеләрҙе алып ҡайтып, эште оҙаҡҡа һуҙмай, башлап та ебәргәндәр. Йомғужа ауылы янына  2,5 гектар ергә ағас төрткәндәр, артабан сират Илкәнәйгә етә. Бында тағы ла ике гектәр ергә ултыртасаҡтар. 
Яҡшы кешеләргә Себер һаулығы һиңә тип теләк теләйҙәр. Илкәнәйҙәргә лә беҙ, маҡтап, һаулыҡтың ҡоростайын теләбеҙ - Себерҙеке һымаҡ. 
Фотолар Фәнилә Әйүпова сәхифәһенән алынды. 
Автор:
Читайте нас: