Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Ноября 2023, 14:45

Ышаныс

Шотт паркы быуаһындағы аҡҡоштар кире китергә ашыҡмай.

Ышаныс
Ышаныс
Ермолаево халҡы уларға йәлләп баға - һыу өҫтө туңды, әсе елдәр иҫә, ниңә йылы яҡтарығыҙға һаман китмәйһегеҙ, ҡайтыр инегеҙ әле яҙҙарын. 
- Был ҡоштар кешегә ныҡ эйәләгән, ҡулдан ашайҙар, шуға китмәҫкә булғандар, - тип асыҡлыҡ индерә тәбиғәтте яҡшыраҡ аңлағаны. 
Бәпес йортонда әсәһе балаһын ташлап ҡалдырһа, был сабыйҙы ҡулға алырға ярамай тиҙәр, аҡырып ятһа ятһын, тейергә ярамай. Юҡһа, ҡулға эйәләй, аҙаҡ уны ҡарауы ҡыйын була.... Был осраҡта ла шулайыраҡ хәлме әллә, ҡулға өйрәтеп, яҡшылыҡ эшләйем тип, киреһенсә, уларға насарлыҡ ҡылдыҡмы? 
Ярар әле был аҡҡоштар парлылар, бәлки, миҙгел ауырлыҡтарын, бергә булғас, еңелерәк үткәрерҙәр. Нисек кенә булмаһын, улар кешегә ышана:
 
Сабый бала кеүек, әкиәттәргә,
Хыялдарға һаман ышанам.
Йыраҡлыҡтан яҡтылыҡты көтәм,
Йылы яҙҙы көтәм ҡыштарҙан.

...Әсәйҙәр бит беҙҙе был донъяға
Шул ышаныс менән яратҡан.
Шул ышаныс менән алдамаһаҡ,
Алданмаһаҡ ине ҡабаттан.
Ышанысығыҙҙы алдамаһа ғына ярар ине әҙәмдәр. 
Автор:
Читайте нас: