Көн торошо ҡамасауланы. Ҡар яуғас та, уңышты ташлап ҡалдырмай, йыйып алыу мотлаҡ ине.
Кисә Зәк-Ишмәт ауылы фермерҙары көнбағыштың осона сығып барабыҙ, бөгөн, ниһайәт, эште бөтәбеҙ тип комбайҙа урып китеп барһалар... Улар күренгән. Бүреләр. Өсәүҙәр. Тәүҙә эттәр тип уйлай егеттәр, әммә, абайлап ҡараһалар, юҡ, йыртҡыс йәнлектәр икән.
Тәбиғәт ҡануны шулай - һәр тереклек тере ҡалырға тырыша, аяҡтарын тамаҡ йөрөтә. Былар ҙа, баҡһаң, ҡоралайҙарҙы баҫтырып китеп бара икән. Бер мәхлүкте, егеттәрҙең күҙ алдында, йығып, ботарлағандар.
Артабан ҡайҙа киткәндәр, нимә эшләгәндәр, тарих был турала ләм-мим. Яҙмыштары ниндәйҙер тарафтарға алып киткәндер, уларҙы ла, бәндәләрҙе кеүек, тамаҡ йөрөтә.