Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Февраля , 08:27

Көйһөҙ ҡатын

Кәрәкте бирә быйылғы ҡыш. 

Көйһөҙ ҡатын
Көйһөҙ ҡатын

 Көйһөҙ ҡатын кеүек, бер ҡараһаң йылыта, бурандарында аҙаштыра, икенсе ҡараһаң, һыуығы, елеккә тиклем үтеп, өшөтә.

Инде яҙға күп ҡалманы, быйылға булды, арыттың, ялҡыттың, ҡыш, яйлап йыйын китер тарафтарға тип көтәһең, юҡ, ул һаман үҙенекен итә, әйтерһең, ни өсөндөр бәндәнән үс ала.
Бөгөн таңда Керәүлелә һауа температураһы 40-тан да түбән төшкән (фотола). Билдәле, балалар уҡырға бармаған, бик йомошо булмаған кеше тышҡа сыҡмаған. 
Көйһөҙ ҡатын ныҡ яфаланы, ҡасан һылыу ҡыҙ - яҙ килә инде. 
Автор:
Читайте нас: