Рәмил ВӘЛИТОВ, Яңы Юл ауылынан КФХ етәксеһе:
– Ер туң булғас, ҡар һыуҙары Оло Көйөргәҙе йылғаһын ныҡ ҡына тулыландырҙы. Бер нисә көн элек Яңы Юл күперендә хатта боҙ тығылып, һыу туғайҙарға йәйелде. Был һыубаҫар туғайҙар өсөн һәйбәт, тимәк, бесән буласаҡ. Шулай тип өмөтләнәбеҙ. Күпер яғындағы юл өҙөлмәне, еңел машиналар йөрөп ята. Бәлә-ҡазалар ҙа юҡ. Ҡыҫҡаһы, һыу ташыу йылдағыса бара.
Ләйсән АҘНАБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Ҡарҙар ирей, һыу таша... Яҙ көнө Яңы Мораптал менән Яҡут ауылы араһынан аҡҡан, Юшатыр һәм Туғыҙтимер йылғалары килеп тоташҡан ерҙәге бәләкәй генә күпергә йыл да һыу сыға торғайны. Әле лә сыға ул, әммә ләкин, беҙҙең бәләкәй саҡтағы һымаҡ урғылып түгел. Яҙғы каникулды ял итеп бөтөү менән, яҡуттарға өҫтәлмә каникул була ине мин бала саҡта. Ошо икенсеһен беҙ бигерәк тә түҙемһеҙләнеп көтөп ала инек. Сөнки, морапталдар ең һыҙғанып уҡығанда, беҙ бәләкәй генә Әүлиә тауы башына менеп ултырып, күҙәтә инек. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ла Яҡутымда һыу таша... Әммә беҙ был күренеште әүәлгесә тауҙан түгел, ә, заманса, интернет аша ғына күҙәтәбеҙ...
10 апрель, 2018 йыл