Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Апрель 2024, 09:07

Йылан йылыға эйәләр

Красный Маяҡ ауылындағы бер йортҡа йыландар эйәләшкән.

Йылан йылыға эйәләр
Йылан йылыға эйәләр

Әллә ҡышты ошо өйҙөң баҙында ҡышлағандар, яҙ ныҡлап хакимлыҡ итә башлағас, былар, түҙмәй, үҙҙәрен күрһәткән. Икәүҙәр. Ҡоттары алынған йорт хужалары уларҙы үлтереп өлгөрә (йыландарҙың оҙонлоғо бер метрҙан артыҡ булған), баҙҙа, иҙән аҫтында, бәлки, тағы ла барҙыр былар тип, ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар. Тегеләр килеп өйҙөң аҫтын-өҫтөн тикшереп сыға, әммә бер йәнлек тә тапмай. 

Автор:
Читайте нас