+21 °С
Болотло
Быуа, күлдәрҙә һыу, ярҙарына һыймай, ташып сыҡтымы, үҙе менән балыҡтарҙы ла алып сыға. Ана, Хәйбулла районында оло һыуға ҡалай ҡыуаналар, байытҡан быйылғы яҙ хәйбуллаларҙы. Беҙҙең районда ла шулай була торғайны (хәҙер нисек икән?) Таймаҫ, Яманһары, башҡа ауыл быуаларында һыу таштымы, тимәк, балыҡҡа туябыҙ. Йыбанама ғына, батҡаҡҡа буялыуҙан да ҡурҡма, еңдәреңде һыҙған да балыҡ сүплә.