Тәбиғәт һәм беҙ
11 Май 2024, 03:35

Хоҙайымдан бәхет һорайым

Һаҙағай (поляр балҡыш), ғәҙәттә, себер яҡтарына ғына хас.

Хоҙайымдан бәхет һорайымХоҙайымдан бәхет һорайым
Хоҙайымдан бәхет һорайым
Ә был күренеш тотошлай тиерлек көнъяҡты ла биләп алды, Башҡортостандың һәр төбәгендә бөгөн төндә үҙенсәлекле тәбиғәт күренешен күҙәтә алды халыҡ. Кемдер матурлыҡҡа һоҡланһа, кемдер Күктәр тарафынан иҫкәртеү тип ҡабул итте.
Алда беҙҙе нимә көтә тип хафаланып өйрәнгән халыҡ - беҙ - күктәрҙән күҙҙе алмайбыҙ. Һәр, аҙ ғына иғтибарҙы йәлеп иткән, күренеште ыңғайға юрайбыҙ (ҡыҙғаныс, күктәрҙән хәҙер БПЛАлар ҙа осоп килә башланы), кеше тәбиғәте менән шулай: үҙенә ҡайҙандыр, нимәнәндер таяныс-өмөт-ишара эҙләй.    
Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев ошолай аңлатма бирә:
- Аллаһы Тәғәлә тәбиғәткә һалған күренештәр төрлө ерҙә, төрлө миҙгелдә булып тора. Уны ниндәйҙер иҫкәртеү тип ҡабул итергә ярамай. Пәйғәмбәребеҙҙең улы Ибраһим үлгәндә, мәҫәлән, ҡояш тотола. Кешеләр быны шул ваҡиға менән бәйләп, һүҙ таралғас, ул:“Ҡояш менән ай бер кемдең үлеме йәки ғүмере арҡаһында томаланмай. Ҡояш тотолоуын күргәс, доға ҡылығыҙ һәм Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ” тип әйтә. Поляр балҡыш - ябай тәбиғәт күренеше.

 Шулай ҙа:

Ҡулдарымды ҡаш өҫтөнә ҡуйып, 
Өмөт менән күккә ҡарайым. 
Үләндәргә, сәскәләргә ҡушылып, 
Хоҙайымдан бәхет һорайым.
Фотола: Яҡшымбәт ауылы. 
Автор:
Читайте нас