Тәбиғәт һәм беҙ
1 Июнь 2024, 07:09

Йәй – ул рәссам

Ер өҫтөнә мең биҙәктәр яһар саҡ.

Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.
З. Ҡотлогилдина

Июнь айына һынамыштар

Был айҙағы ямғырҙар алтын тауға тиң 

Июнь айына һынамыштар

Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.

Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.

Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.

Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.

Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.

Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.

Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Йәй тураһында мәҡәлдәр

Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға танмаҫһың.
Йәй ҡышты туйҙыра.
Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
Йәйе барҙың ҡышы бар.
Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.

Автор:
Читайте нас