Борон- борондан ата- бабаларыбыҙ һыуҙы йәшәү сығанағы итеп, шул хәҙәрем тәрбиәләп, кәҙерләп, киләсәк быуынға етһен- тип һаклаған.
Яңырак ошо шишмә яына еләккә килгәндә, шишмәне күреп йәнем көйөп кайткайным инде, бына ниһәйәт был эш эшләнде.
Бик матур булып ҡалды, был изге эшебеҙҙе “ғаилә” йылына ла багышланык.
Ошондай уңған гаиләләребеҙ барҙа, бөтә тирә яҡ тәртиптә булыр.
Иң мөһиме ошоларҙың барыһын да йәш быуын күреп фәһем алырҙар!
Ошо шишмәнәнең һыуын эсмәгән кеше бик һирәктер, әле беҙҙә ҙүр өмәнән һуң шишмә һыуынан сәй ҡайнатып ебәрҙек, тиҙ арала ғына өҫтәл әҙерләп, еләкләп сәй эстек!
Иң һуңында шишмәгә ҡөрьән уҡып, рәхмәттәр әйттек!
Беҙҙең ауылда бик күп кенә шишмәнең сыҡҡан урындары!
Безҙең изгелек акцияһына һезҙә ҡушылығыҙ, һыу буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартып һауап алайыҡ, дуҫтар!
kuyurgazacbs.ru