Все новости

Еләкле йәйҙәр

- Инде нисәнсе йыл, бәләкәй балаларым булыу сәбәпле, яланға сығып, еләк йыйған юҡ ине.

Еләкле йәйҙәр
Еләкле йәйҙәр

Бар халыҡ, күҙҙе ҡыҙҙырып, быйыл еләк шәп тип, интернетҡа һала ла һала. Аллаға шөкөр, йәй башында, игеҙәктәребеҙ Рамина менән Рамаҙанға ике йәш тулды һәм улар эйәртеп йөрөтөрлөк булғас, рәхәтләнеп, бер еләк өҙөп тәмләргә, балаларыма тәмле бәлеш ауыҙ иттерергә, тигән ниәт менән, кескәйҙәремде алдым да яланға сығып киттем. Улар менән ҡайнатма эшләрлек еләк йыйып булманы, әлбиттә, шулай ҙа ауыҙ итерлек йыйҙыҡ. Ярҙамсыларым да эргәмдә йүгереп йөрөнө, Рамина, ҡыҙ кеше булараҡ, йыйып, үҙе өҙөп ашай, Рамаҙан өҙөп яфаланмай, биҙрәнән йыйылғанын ғына сүпләй. 

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: