Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Июля , 09:55

Һары ҡайын

Күмертауҙың Пушкин урамындағы был ҡайын, ни ғәжәп, ваҡытынан алда һарғайған.

Һары ҡайын
Һары ҡайын

Янындағы дуҫ-иштәре йәшел көйө тора, ә был бер үҙе һап-һары булған да ҡуйған. Ағастар ҙа, әҙәм балаһы шикелле, кемеһелер барыһын йөрәгенә яҡын ала, икенселәренә, йырлап-бейеп тик йөрөгән кешеләргә кеүек, беште ни ҙә төштө ни әллә?
Был ҡайын, моғайын, ҡала халҡының күбеһе кисергәнде кисереп, ошо хәлгә ҡалғандыр. Уң яғынан, Тау колледжы янынан, әллә күпме илау-һыҡтауҙарҙы ишетте, кеше ҡайғыларын күрҙе, һул яғынан, ошо колледж ҡапҡаһын асып киткән ҡайһы бер егеттәрҙең үле кәүҙәһе менән хушлашҡандарына шаһит булып, бөтәһен йөрәге аша үткәреп, торҙо, тора.
Ҡайынҡайым, ҡайынҡайым, бигерәк ауыр ҡайғыҡайың,
Бергә-бергә эҙләйексе хәсрәттәрҙән сығыу яйын.

Автор:
Читайте нас: