Уны яҙ сәскәһе тиҙәр, донъяла сәскәләр күп, умырзаяны, бисараның ғүмере үтә ҡыҫҡа тип, йәлләйҙәр. Әммә был сәскә, бына әле, ни ғиллә, ни мөғжизә менәндер, Илкәнәй яландарын биҙәп ултыра - киренән терелгән.
"Бер минутҡа, бер сәғәткә
Йәшлегемә ҡайтыр инем,
Йырым булып, моңом булып
Тағын сәскә атыр инем" тип зар илай әҙәм балаһы, умырзая илап та, кемгәлер ялбарып та тормаған, йәшлегенә ҡайтҡан да килгән.