Кисә беҙгә был турала, видео ебәреп, Арыҫлан-Әмәкәс ауылынан хәбәр иттеләр, авторға күрше федоровкалар ҙа ҡушылды: беҙҙә күкрәп сәскә атып ултыра ул.
Был хәлде - аномаль хәл ти кемдер. Ҡыуаҡ-ағастарҙың, тимәк, тәбиғәттең алмашыныуы. Сәбәбе: климаттың үҙгәреүе. Үҫемлектәрҙең ритмы боҙолған, кеше хәле менән сағыштырғанда, көндө төн менән бутаған әҙәм кеүек тоя үҙҙәрен.
Кемдер, беҙ был яңылыҡты хәбәр итеү менән, күренеште кирегә бөктө, ахырызаман етеүен аңлатмаймы был? Әммә, интернет киңлектәрен ҡарап сыҡтыҡ, сирендәрҙең алмашыныуын ыңғайға юрағандар ҙа күп икән - был хәл яҡшыға! Беҙ ошо һуңғыһына ышанабыҙ - барыһы ла һәйбәт буласаҡ.
Фотола: Федоровка районы Юлдаш ауылы баҡсаһы, видеола - Көйөргәҙе районы Арыҫлан-Әмәкәс ауылы.