+5 °С
Болотло
Йәмле йәйҙәр йәндәремә дауа.
Гөл -сәскәләр күҙҙе иркәләй.
Эй, матурҙа, инде тыуған яғым.
Һуштарымды ала иртәләр.
Ҡупшы талдар томан биләүендә,
Былбыл моңдарына ҡойона.
Аҡ ҡайындар суҡлы шәл бөркәнеп,
Теҙелгәндәр йылға буйына.
Елбәгәй ел, шаян тулҡындарҙы, ярҙан-ярға ҡыуып уйната.
Тәбиғәттең ошо бөтөнлөгө
Күңелем дә илһам уята.
Һандуғастар һайрай талдарында,
Бөркөттәре саңҡый ҡаяла.
Ошо хозурлыҡҡа кинәнестән,
Күңелемдә бер моң ярала.