Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Августа , 11:03

Аҡһары балығына ни булған?

- Яңы ғына ҡайттыҡ, мәхшәр унда.

Аҡһары балығына ни булған?
Аҡһары балығына ни булған?
Беҙгә әле генә яҡшымбәттәр шылтыратты. Ялдар ял һымаҡ булһын тип, Яҡшымбәт егеттәре Аҡһары һыуһаҡлағысына барған. Балыҡ - танһыҡ аш, ғаиләләрен бер ҡыуандырһындар әле. Бәлки, ҙурын ҡаптырһалар, фотоға ла төшөрҙәр. Тотолмаған табышты алдан уҡ бүлеп, барыһын күҙ алдарына баҫтырып, хыялдарға сумып, һыуһаҡлағысҡа барып етһәләр... Балыҡтар яр буйында ята. Ял ҡайғыһы китә быларҙың, аптырашып, үле балыҡтарға бер аҙ ҡарап торалар ҙа, кирегә боролалар... 
- Бәй, бер ай элек үк балыҡтар ярға ырғыны, - таптығыҙ хәбәр тигән кеүек яуап бирҙе беҙгә аҡһарылар. 
- Был хаҡта яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайныҡ, әммә, беҙгә шылтыратып, саң ҡаҡҡан кеше булманы, - быныһы Берҙәм диспетчер хеҙмәте яуабы.
Аҡһары балыҡтарына ни булған икәнен иртәгә белербеҙ, бөгөн башҡа кешеләрҙе мәшәҡәтләге килмәй- ялдары ял булһын. 
Автор:
Читайте нас: