Тәбиғәт һәм беҙ
13 Сентябрь 2024, 11:13

Был донъяның көҙҙәре лә матур...

Киткән ҡоштар, әйҙә, китһендәр,

Был донъяның көҙҙәре лә матур...Был донъяның көҙҙәре лә матур...
Был донъяның көҙҙәре лә матур...

Үткән ғүмерең кире ҡайтмаҫ, тип,
Баш осомдан, әйҙә, үтһендәр.
Ҡоштар, әйҙә, ташлап китһендәр!

Көҙҙәрҙең бит яҙҙары ла була,
Китеүҙәрҙең була ҡайтыры.
Яндарымда һин ҡалаһың әле,
Һинең менән донъя матур ул.

Һинең менән беҙ йөрөгән юлға
Киткән ҡоштар юлы тиңме ни?
Һинән башҡа ғүмерем йәмһеҙ минең,
Һинән башҡа мин ул минме ни?!

Моңһоу ғына аҡҡан көндәрем дә
Һин булғанға йырлап аға бит,
Һин булғанда минең йөрәгем дә
Йәш саҡтағы һымаҡ ҡаға бит.

Үткән ғүмер кире ҡайтмаһа ла.
Киткән ҡоштар кире ҡайтыр ул;
Был донъяның көҙҙәре лә матур,
Һин булғанға шулай матур ул.
Киткән ҡоштар ҡайтыр, ҡайтыр ул!

Әнғәм Атнабаев.

Автор:
Читайте нас