Тормошто, был донъяны үҙебеҙ белгән саҡтан ғына хәтерләйбеҙ, иҫкә алабыҙ, күҙ алдына килтерәбеҙ, һөйләнәбеҙ. Беҙҙән һуңғы йәш быуындар ул турала бөтөнләй белмәй үҫәләр, йәшәйҙәр. Бер көн шулай, үҙебеҙҙең Яманһары тураһында балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәләргә яҙып ҡуйған уның матур туғайында нимәләр үҫкәнен, ниндәй емеш-еләктәр булғанын һөйләнем, уҡыным. Туғайҙың ҡап уртаһында бер ғәжәйеп тау, ҙур ғына “Оло күл” тип атап йөрөтөлгән борондан булған күл булыуын һөйләнем. Ейәндәрем: “Өләсәй, яҙып ҡалдыр һин уларҙы”, - тип һоранылар. Былай ҙа мин егерме йыл элек дәфтәргә яҙғайным инде. Беҙҙең тамыр бик ныҡ белмәй, сөнки минең олатайҙар Татарстандан күсеп килгәндәр, бындағы тарихты бик белмәне, ҡыҙыҡһынманы. Тормошҡа Байназаровтар ғаиләһенә эләктем. Ҡайным мәрхүм Ярулланың ғаиләһе ошо Яманһарынан сыҡҡан тоҡом булған, шәжәрәһе лә ошонан башланған. Ошолар тураһында һөйләргә бик ярата ине. Олаталары, аталары, өлкән кешеләрҙән ишеткән, белгәндәрен бик ентекләп, оҫта итеп һөйләй торғайны. Ул һөйләгәндә үҙең шулар араһында йөрөгән, булған кеүек тояһың. Яманһары яланы, туғайы, тәбиғәт байлығына бик бай. Унда еләк, ҡурай еләге, муйыл, балан, сейә, ҡарағат, ҡара бөрлөгән үҫә. Минең киләһе быуынға яҙып ҡалдыраһы яҙмам Яманһары туғайындағы үҙем ишеткән, белгән-күргәндәрҙе, “Оло күл” тураһында ине. Беҙ үҫеп яландарға йөрөй башлағанда “Оло күл” бик таҙа, йәйелеп ятҡан, тәрән күл ине. Туғыҙтимер йылғаһы үҙенең үҙәненән ағып киткәс туғай таҙа, ҡоро ине. Ат менән, арба менән үтәнән-үтә йөрөнөләр. Кешеләр һыуҙың үҙәнен бороп ебәргәс кенә, һыу үҙ юлын юғалтты, туғай һаҙға әйләнде. Беҙ ошо күлдә төркөм-төркөм булып йөрөгән, эре-эре балыҡтарҙы бейек ярҙан ҡарап һоҡлана инек. Әгәр берәй нәмә бәреп ҡурҡытһаң, шунда уҡ юҡ булалар ине. Ауыл кешеләре балыҡ тоторға барһалар, мурҙа, йә сетка менән һөҙөп булмай, аҫҡа һөйрәй тиҙәр ине. Бик борондан булғанғамы аҫты ләм, балсыҡ тәрән булғандыр. Балыҡтары бик хәйләкәр, кеше күреү менән күл төбөндәге ләмгә, яр ҡыуышына инеп ҡаса тиҙәр ине. Бик күп йылдар ошо "Оло күл" янында сөгөлдөр баҫыуы булды. Беҙ бала һәм йәш саҡта сөгөлдөрҙө утағанда, ҡаҙғанда шул күлгә ағып төшкән "Ҡабаҡ" буйы шишмәһенә һыу алырға, эсәргә төшә инек. Һыу инергә ҡурҡа инек, сөнки элек-электән ололар күлдең эйәһе бар тип ҡурҡыталар ине.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.