Тәбиғәт һәм беҙ
15 Ноябрь 2024, 03:00

Турғайҙар Күмертауҙан ауылға ҡасҡанмы?

Ҡоштар - тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. 

Турғайҙар Күмертауҙан ауылға ҡасҡанмы?Турғайҙар Күмертауҙан ауылға ҡасҡанмы?
Турғайҙар Күмертауҙан ауылға ҡасҡанмы?

Улар беҙҙең тормошобыҙҙо йәмләп кенә ҡалмай, кешеләргә ифрат ҙур файҙа ла килтерә. Ҡышлаусы ҡоштарҙың киң таралғаны - турғай. Был етеҙ ҡош һәр ваҡыт күҙ алдында осоп йөрөгәнгә күнеккәнбеҙ. Әммә һуңғы ваҡыт был ҡош ҡалала күренмәй. Бәлки, ауыл тиреһенә ҡасҡандарҙыр. Һеҙ йәшәгән ерҙә турғай пыр -пыр килеп осоп йөрөймө? Әҙерәк тәбиғәтте күҙәтеп алайыҡ. Беҙҙең тирәлә күренмәй. Ә һеҙҙә? Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ, ауыр ваҡытта ярҙам да итәйек...

Вәсилә Ғәбитова, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас