Кисә Көйөргәҙе ауылы ла нурға сумған. Аптырарлығы юҡ, була торған хәл, ябай тәбиғәт күренеше тип, поляр балҡышының әһәмиәтен юҡҡа сығарырға тырышһалар ҙа, уныһы күңелгә йоҡмай: Яңы йыл төнөндәге күк беҙгә "һеҙ быйыл яҡшыраҡ йәшәйһегеҙ тип әйтте, иң мөһиме, һуғыш бөтәсәк" тип әшкәртте тигәнгә ышанабыҙ. Ошо ышаныс беҙҙең йәшәүҙе еңеләйтә.