Яңы Муса ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем,атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Нәжип Тәлғәт улы Хәмитовты матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғәзиз кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер һәм именлек теләйбеҙ! Беҙгә - балаларыңа терәк-таяныс булып, оноҡтарың наҙына төрөнөп, изгелектәрен күреп, яҡындарыңдың һөйөүен һәм күңел йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын!
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер - ғүмергә.
Беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зилә, балаларың Әлиә, Рәмил, Илдар, Ләйсән, ейән-ейәнсәрҙәрең Рәлиә, Рөстәм, Румил, Данис, Нурислам.