+19 °С
Болотло
Календарҙа ғына яҙ, ҡояш бар тырышлығын һалып, йылытырға тырышһа ла әлегә көсө аҙ.
Кеше лә өшөй, хайуан да. Кинйәбайҙар борон-борондан бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы халыҡ, кешеләргә генә ҡарата түгел, мал-тыуар, хатта ҡырағай йәнлектәргә лә шулайҙар.
Хәлиҙә апайҙың ҡураһында һыйыр быҙаулаған. Бәләкәс кенә әле ул, ун көнлөк кенә, донъяның ауырлығын татып та өлгөрмәгән сабый. Быҙауҡай өшөмәһен тип, кейендереп ҡуйған уны апайыбыҙ.
Әйткәндәй, Хәлиҙә Ғәббәсованың бөгөн тыуған көнө. Беҙ уны ошо уңайҙан ҡотлайбыҙ, үҙенә лә ел-ямғырҙарға, һыуыҡтарға бирешмәй йәшәргә яҙһын, күңелендә гел йылы яҙ булһын.