Был йәнлектәрҙе былтыр көҙ алып ҡайттылар. Шотт паркына. Эй, ҡыуанды халыҡ, бигерәк тә, балалар. Яндарына барып (тегеләр ситлектә) ашарына һалдылар, фотоға төштөләр... Бындай иғтибарҙы тейендәр яраттымы икән, юҡтыр, уларҙың да әҙәм балаһы кеүек, тыныста йәшәгеләре киләлер.
Әле юҡтар. Ситлектәре буш. Хәйер, паркка өйрәнеү менән уларҙы иреккә сығарабыҙ тигәйнеләр, шулай иткәндәрҙер. Пионерҙар йорто ишеген, әллә күпме зыңғырлатҡас ҡына асҡан бер инәй, беҙ ҡайҙа мәхлүктәр тип һорағас, шулай тине: ағас баштарынан эҙләгеҙ.
Тейендәр өсөн шатландыҡ. Тик шуныһы: бер тейен паркта юҡ. Уны кемдер тотоп, алып киткәндер тип фараз итте беҙ һораған бер әңгәмәсе, сөнки ул нисәлер көн Ермолаевола Тыныслыҡ проспекты буйлап йөрөгән (йәненә тыныслыҡ эҙләпме?), аҙаҡ уны Күмертауҙа күргәндәр - Гагарин паркына эйләшкән тинеләр.
Ҡалай булһа ла, биктән ысҡыныуҙары шәп, билдәле йырсы йырлағанса:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай.