Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Апрель , 09:53

Аҡҡош һөйөүе

Ялсыҡайға тағын аҡҡоштар ҡайтҡан.

Үҙҙәренең һыуҙарына. Был изге ҡош бер үҙе, парһыҙ, ҡалһа, йәшәй алмай тиҙәр, бәндәләрҙең күбеһе менән дә шулайыраҡ: яңғыҙлыҡтың нимә икәнен, кемдең башынан үткән, шул ғына аңлай.

Әлеге аҡҡоштарға ҡарап, бер яҡтан һоҡланыу тыуҙы (тәбиғәт әл дә уларҙы яратҡан, юғиһә, ниндәй ҡошто яңғыҙлыҡҡа бәйләп йырлар инек?), икенсе яҡтан... Парҙарын юғалтҡан (әлеге ҡәһәрле һуғыш!) ҡатындар иҫкә төштө.

Пар аҡҡоштар һыуҙа,
Ғорур йөҙөп уҙа,
Ә мин ярҙа япа-яңғыҙым.

Мәрхүмдәрен кире ҡайтарып булмаҫ, иҫәндәре ҡайтһын ине – уларҙы тыуған ерҙәрҙәрҙә  аҡҡоштары көтә.

Автор:
Читайте нас