Йәшлеккә бәйләп йырлайҙар уны, мөхәббәткә. Сәскәһен дә, емешен дә. Бына тағын, яҙған булғас, муйыл сәскәһе еҫтәренә иҫерергә насип булды.
Муйыл сәскәләре гел иҫтә,
Осрашырға ине нисек тә.
Ҡайтһаң ине шул саҡ әйләнеп,
Муйыл сәскәһҽнә бәйләнеп.
Кирегә юлдар ябыҡ, булғаны булған, булған да үткән. Әммә онотолмаған.
Муйылдар әллә нисә тапҡыр йәнә сәскә атыр, емеш бирер, беҙҙең йәшлек кенә кире ҡайтмаҫ. Ошондай бер аҙ моңһоу уйҙар тыуҙырҙы Күмертауҙа үҫкән муйыл сәскәләре.