Был шифалы үләндәр менән 21 июндә үтәсәк район һабантуйында, күргәҙмә асырға уйлап торабыҙ.
Төрлө дарыу үләндәре тураһында китаптар, папкалар, киптерелгән үләндәрҙән ҡуйылған күргәҙмә бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Шулай уҡ сәй үләндәренең төрлөләрен күргәҙмәгә күйырға тырышырбыҙ!
Уләндәрҙе йыйыу ғына түгел, матур итеп киптереү, төп эштарҙең береһе, әле мына алып ҡайтып күләгә еләҫ урынға һалып торҙоҡ.
Кешелек бөтә дәүерҙәрҙә лә шифалы үләндәр менән дауаланыуға өҫтөнлөк биргән. Ысынлап та, беҙҙең яҡтарҙа шифалы үҫемлектәр бик күп. Йыйып файҙаһын күрә бел генә.
Иғтибарлап ҡараһаң, үләндәрҙең барыһы ла үҙебеҙҙә үҫә, шуға күрә уларҙы ваҡытында йыйып алыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ ине.
Уләндәрҙе йыйыүҙа, ярҙамға китапханала булған, "Шифалы үләндәр" тураһындағы бар әҙҙәбиәтте ҡулланабыҙ.
Үҙебеҙҙә үҫкән үлән сәйҙәренең файҙаһы бик ҙур. Тик уларҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан да һаҡ булырға кәрәк.
Тәбиғәт менән дуҫ булыу - ул ҙур бәхет! Әлеге мәл, күкрәп үҫкән үләндәр мәле, тәбиғәттең бай сағы, еләктәр бешә яйлап, һутлана, тәбиғәт биргән хазина йәнгә сихәт, йәшәүгә көс биргән бер миҙгел.
Тәбиғәт менән дуҫ булған әхирәттәремә именлек теләйем!
Һабантуйҙар имен- аман уҙһын!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.