Тәбиғәт һәм беҙ
15 Июня 2025, 05:20

Яҡут ауылы янындағы батҡаҡҡа барырға була микән?

Һаумыһығыҙ. Көйөргәҙе районы, Яҡут ауылы янындағы батҡаҡҡа барырға була микән? Иртә түгелме икән?

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡут ауылы янындағы батҡаҡҡа барырға була микән?Яҡут ауылы янындағы батҡаҡҡа барырға була микән?
Яҡут ауылы янындағы батҡаҡҡа барырға була микән?

Беҙ Яҡут ауылы кешеләренән белештек: әлегә халыҡ тоҙло күлгә ағылмай, батҡаҡ йылынып бөтмәгәндер, тиҙәр. Саҡ ҡына түҙергә кәрәктер, батҡаҡта аунар өсөн июль айы шәп булыр. Хәйер, Соль-Илецка, ана, автобус турҙары астылар (Өфөнән), шулай булғас, Яҡутҡа әле лә барырға мөмкиндер, беҙҙең күл Ырымбурҙыҡынан, моғайын, һыуығыраҡ түгелдер. 

Автор:
Читайте нас