Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Август , 07:48

Ғүмерҙәрҙең күңелле бер мәле

Татьяна ИСҠУЖИНА, Таймаҫ ауылы:

Ғүмерҙәрҙең күңелле бер мәле
Ғүмерҙәрҙең күңелле бер мәле

Быйылғы йәй емеш-еләккә бик бай. Рәхәтләнеп еләк йыйҙыҡ. Сейәнең күплеген әйтеп тораһы ла түгел. Мул уңышҡа ҡыуанып ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, һут әҙерләүе бик күңелле. Туңдырғысҡа ла тултырып ҡуйҙым еләк-емеште, балалар ҡыш көндәре йәйҙе иҫкә алып ҡыуанып ашарҙар. Беҙҙең яҡтар файҙалы үләндәргә лә бай, уларҙы ла йыйыҙым. Ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарын ферментланым. Иҫ киткес хуш еҫле мәтрүшкәне, мелисса, туҡранбаш, кейәү сәйе үләнен йыймауы мөмкин түгел ине.
Йәйҙең матур көндәренә, тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына һоҡланып бөтөп булмай. Хуш еҫле үләндәрҙе сабып малға аҙыҡ әҙерләү мәле лә ауыл кешеһе өсөн бик мөһим осор. Быйылғы йәй ул яҡтан да уңышлы булды. Бесән сабыуҙы тамамлап та ҡуйҙыҡ инде. Ҡул аҫтына өлкән улыбыҙ Әмир ҙә керҙе. Үткән йылдарҙағы кеүек ҡул менән сабып, тырма менән йыйып йөрөү кәрәкмәй ҙә. Техника булһа, был эш һә тигәнсә эшләнә. Хәҙер бигерәк уңайлы, аҡсаң булһа рулонлап та бирәләр. Ә шулай ҙа саң йотоп күбә башында тороуҙар, күмәкләшеп күршеләр менән бесән эшләү һағындыра. Ул бит үҙе йәйҙең бер күңелле мәле ине.

Автор:
Читайте нас