Тәбиғәт һәм беҙ
30 Август 2025, 06:15

Бәлә-ҡазаһыҙ йөрө, матурҡай!

Уны Михелевка ауылы янында тап иткәндәр.

Бәлә-ҡазаһыҙ йөрө, матурҡай!Бәлә-ҡазаһыҙ йөрө, матурҡай!
Бәлә-ҡазаһыҙ йөрө, матурҡай!

Хоҙай яратҡан йән эйәләре – ҡыр хайуандары юлда йыш осрай. Уларҙы күргән һайын (болан, ҡуян, терпе...), кемдә нисектер, беҙҙә шул уй тыуа: иҫән генә йөрө, матурҡай! Бәғзе саҡ (бына ҡыҙыҡ), улар бәндәләргә ҡарағанда миһырбанлыраҡ кеүек тойола. Үҙ көйөнә йөрөй, үҙ көнөн үҙе күрә, йәшәргә ынтыла. Булғанына шөкөр итә, артығы кәрәкмәй. Бары тик ҡамасауламағыҙ, зыян итмәгеҙ, кешеләр.

Михелевка ауылы янында күргәндәр был сибәрҙе (был ауыл күптән бөткән инде). Уны күргәс тә баяғы уй-теләк йәнә ҡабатланды: бәлә-ҡазаһыҙ йөрө, тәбиғәт балаһы.

Автор:
Читайте нас