Тәбиғәт һәм беҙ
11 Сентября 2025, 11:09

Ялсыҡайҙа яҙҙар ҡабатлана

Был ауылдың яландарында сәскәләр атҡан.

Ялсыҡайҙа яҙҙар ҡабатланаЯлсыҡайҙа яҙҙар ҡабатлана
Ялсыҡайҙа яҙҙар ҡабатлана

Әйтерһең, донъяла әле көҙ түгел, ә яҙ миҙгеле хакимлыҡ итә. Сәскә, бик теләһә, ниндәйҙер мөғжизә ярҙамында, йәшлегенә кире ҡайта ала, ә әҙәм балаһы?
Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде.
Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша.
Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты.
Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша.

Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә.
Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым
Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә.

...Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды.
Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана.
Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар.
Йәлләп иланы тик диуана.
М. Кәрим.

Автор:
Читайте нас