Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Ноябрь , 11:11

Көйөргәҙе районында биш тиҫтәгә яҡын төлкө юҡ ителгән

Беҙҙең районда ла айыуҙар күреүселәр булды, бүреләре инде Керәүле яҡтарын ҡурҡыуҙа тота.

Көйөргәҙе районында биш тиҫтәгә яҡын төлкө юҡ ителгән
Көйөргәҙе районында биш тиҫтәгә яҡын төлкө юҡ ителгән

 - Кис еттеме ауыл урамдары буйлап төлкөләр һабантуй ойоштора. Уларҙы ауыл эттәре лә, урамда йөрөгән кешеләр ҙә ҡурҡытмай. Иркенләп йөрөп, кемдең аҙбарына төшөргә икәнлеген һайлайҙар. Тауыҡтарға бөтөнләй көн юҡ! Ниңә берәй сараһын күрмәйҙәр икән, төлкөләрҙе атырға ярамай тип, көс түгеп аҫыраған ҡош-ҡортоңдан ҡолаҡ ҡағып ултыр инде, - ошоға оҡшаш ялыуҙар районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ағыла. Район башлығы аҙна башында уҙғарған оператив кәңәшмәлә, районыбыҙҙа 46 төлкө атылыуы хаҡында хәбәр ителде. Ҡалған төлкөләр ҙә атыласаҡмы, быға махсус рөхсәт кәрәкме, был бәләнән ҡотолоу өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә? Һорауҙар бихисап, уларға яуап эҙләп район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Ибраһимовҡа шылтыраттыҡ...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: