Шуға күрә беҙ ҡоштарға ярҙамға киләбеҙ. Тағараҡтар эшләп өй янындағы ағастарға, урман ситтәренә, парктарға, баҡсаларға эләбеҙ һәм ем һалып ашатып торабыҙ, тиҙәр М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 1-се класс уҡыусылары.
Ҡоштарға ҡышты сығыуы бик ауыр. Уларға һыуыҡ түгел, ә ас булыу ҡурҡыныс. Ҡар-бурандар аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра. Ҡоштар ҡыҫҡа көндә тамаҡтарын туйҙырып өлгөрмәй. Һыуыҡ төндә ас, көсһөҙләнгән ҡоштар тиҙ туңып үлә йәки башҡа йыртҡыстарҙың аҙығына әүерелә. Был ваҡытта уларға ҡайҙан аҙыҡ табырға? Ҡайһы бер ҡоштар ағас ҡайырында ҡуңғыҙ һәм үрмәкселәрҙе, икенселәре ҡыуаҡлыҡтарҙа һәм ағастарҙа аҙыҡ эҙләй. Сөнки уларҙың күбеһендә емеш-еләктәр һәм орлоҡтар ҡала.
Кешеләр ҙә ҡоштарҙы ҡарарға тырыша. Шуға күрә күпселек ҡышлаусы ҡоштар кеше йәшәгән ергә яҡыныраҡ һыйынырға тырыша.
Ҡоштар рәхмәтле була белә. Әгәр һыуыҡтарҙа баҡсаңа тағараҡ ҡуйып, ҡоштарҙы ашатһаң, йәйен улар һеҙгә изгелек күрһәтәсәк. Туҡ ҡошҡа һыуыҡ көндәр ҡурҡыныс түгел. Яҡшы аҙыҡ эстән йылыта. Тағараҡта тамаҡ ялғап алған ҡош ағастарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙенә тәбиғи аҙыҡ эҙләй башлаясаҡ.
Беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы ҡоштар - тумыртҡа, ҡарабаш турғай, турғай, күгәрсен, ҡыҙылтүш, буҙ турғайҙар һәм башҡалар. Ҡышын уларҙы ашатып, беҙ уларға ауыр ваҡытта ярҙам итәбеҙ.
Самира НАДЫРОВА, М.Исҡужин исемендәге прогимназия уҡыусыһы