Был йәнлек тупһаға уҡ килеп менгән, ишекте туҡылдатыр ҙа ине, бәлки, Хоҙай үҙенә ундай ҡөҙрәт бирмәгән.
Көҙәнде (был матурҡайҙың исеме шулай булырға тейеш, илкәнәйҙәр үҙҙәре лә, ниндәй хайуан әле был тип, байтаҡ баш ватҡан) күргәндәр уның ҡош-ҡортҡа ҡул һоноуын уйлап, һарай тирәләрен ҡараштырған. Тауыҡтарҙы хәстәрләп, улай-былай иткәнсе, көҙән юҡҡа сыҡҡан, бик шатланып ҡаршы алманы мине кешеләр, тип үпкәләнеме икән. Ҡурҡҡандыр ҙа инде, бахырҡай. Ул да йән эйәһе, йәшәйем тип, тырышып йөрөгән мәлелер. Аяҡты гел тамаҡ йөрөтә.