+3 °С
Болотло
Күмертау ҡалаһы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия уҡыусылары Вилдан менән Əминə Əбдрəхимовтар "Йәншишмә" гәзитенең “Оя бүләк итәйек” конкурсына ҡушылған.
Улар Ғəҙелхəй олатаһы менән бергәләп сыйырсыҡ ояһы яһағандар. Бөгөн генә хәбәр булды: Башҡортостанға сыйырсыҡтар ҡайтҡан. Ҡоштар мотлаҡ балаларға, уларҙың олаталарына, һайрай-һайрай, рәхмәт уҡыр.