

Тейешенсә ҡунаҡ булғас, ғәйепләп ҡалмағыҙ, ғәйепләп китмәгеҙ тип, ҡул болғашып, хушлашалар. Ситтән килгәндәр ҡайтырға сыға, Ырымбур аша үтә юлдары. Инде район үҙәгенән ҡуҙғалып китеүҙәре була, Яңы Уралка ауылы янында ҡаршыларына айыу осрай (уны балаһы ине тип тә әйтәләр). Ҡобаралары осҡан ҡунаҡтар был хәлде видеоға төшөргән (интернетта беҙҙең төркөмдә ул ҡуйылды).
- Нисек йәшәһегеҙ ул һеҙ бында, - тип бот сапҡан «сит» кешеләр, - көпә-көндөҙ айыуҙар йортоғоҙ янына уҡ килеп йөрөй.
Ҡайтҡас, шулай тип һөйләрҙәрме икән – Башҡортостанда халыҡ ҡырғай хайуандар менән бергә донъя көтә.
Яңы Уралкаға ҡунаҡҡа килгән айыу беҙҙә оҙаҡ йөрөмгән, бер аҙҙан ул юҡҡа сыҡҡан, ҡайҙалыр үҙ юлы менән киткәндер, мине күреүгә бындағылар бик шат түгел тинеме икән?