Быйылғы май айы аптырата торғанын аптыратып бөттө, артабан беҙҙе йылы ҡояш, яғымлы көндәр көтә тип уйлап йәшәгән көн ине лә баһа.
...Ермолаевонан, белгән булһаҡ, иртәрәк ҡуҙғалыр инек. Хәйерсегә ел ҡаршы, ҡайтырға сыҡҡан мәлдә генә башланды был ғәрәсәт- тауыҡ йомортҡаһы дәүмәлендәй борсаҡ яуа. Машинаның түбәһен тишә икән тип торабыҙ, сүкеш менән һуҡҡандай гөпөлдәтә. Йә тәҙрәне вата был хәҙер тип, белгән доғаларҙы уҡып бара башланыҡ. Сәфәребеҙ әрәм булмаһын - машинанан төшөп, видео-фәлән төшөрәйек тиһәк, боҙ башты тишә яҙҙы, ныҡ ауырттырып төшә, малай. Ике минут тышта торҙоҡмо, юҡмы, еп-еүеш булдыҡ, һыу трусикка тиклем үтеп инде.
Күмертау юлындағы заправка тулы машина, саҡ һыйып ултыралар, һыймағаны моронон булһа ла төртөргә ынтылған - заправканың ҡыуышы бар, лапаҫ һымаҡ, боҙҙан ҡурҡып, автомобилдәр шунда ҡасҡан.
Ҡалаға тиклем саҡ ҡайтып еттек, юлда тубыҡҡа тиклем ҡар хасил булған, машиналар аварийкаларын яндырып, өркөп, яй ғына баралар. Кемеһелер, бәләһенән баш аяҡ тип, туҡтап, ғәрәсәттең бөткәнен көтөп тора. Тәгәрмәстәр йәйге, яҙмышты һынамауың хәйерле.
Үтте ахры был боҙлауыҡ. Үтте, әммә шөбһә ҡалды - тағы нимәләр әҙерләнең беҙгә, май?
Ошолайтып яҙған инек ул саҡта - 2024 йылдың 17 майында. Йәй етмәҫ ул быйыл тигәндәр ҙә булды, тәбиғәттең был ҡыланышын күреп. Етте, йәйе лә, көҙө лә. Бер уҡыусыбыҙ ошолай тип фекерен белдерҙе: ерле юҡҡа аптырамағыҙ, Ерҙә һуғыш бара, бына ошоноһона шаҡ ҡатырға кәрәк. Ул һыуыҡ майҙа беҙ тиҙҙән тыныслыҡ килер, артабан, һәр миҙгелгә ҡыуанып, һәүетемсә йәшәр ҙә китербеҙ (барыһы ла иҫән ҡайтыр, балалар атаһын, әсәләр улын, ҡатындар ирен ҡосаҡлар) тип ныҡ өмөт иткән инек... Булманы. Был уҙған май айы нимә, эҫе тойолған йәй миҙгелендә лә күңел йылы тапмай, өшөй.
Тәбиғәт ғәрәсәттәренә нисек тә түҙербеҙ, үткәрербеҙ, әҙәм балалары ҡуптарғанына нисек түҙәһе лә нисек тыныс, йылы, яғымлы миҙгелдәргә тиклем барып етәһе?