

Йәй – миҙгелдәрҙең, моғайын, иң күңелле мәлелер. Һәр кем уны мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша, бер минутын да әрәм итергә ярамай – кем еләк йыя, бәшмәк, башҡаһын, кем диңгеҙ буйҙарына барып ҡайта, башҡа яҡтарға сәйәхәт ҡыла, бесән әҙерләй, йорт һала...
«Юшатыр» гәзите матур миҙгелдә һеҙҙең матур мәлдәрегеҙҙе мәңгеләштереү маҡсатында конкурс иғлан итә - “Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең...”. Һеҙҙән фотолар, ҡыҫҡаса мәғлүмәт көтәбеҙ.
Йылдар үткәс, бер көндә бөгөнгө фотоларға һағынып ҡарап,
Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң,
Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, —
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, тип бергәләшеп йырлашып ултырырлыҡ булһын!
Фотола: Яңы Таймаҫта йәшәгән Зәйнуллиндар йәйҙәрен ошолай күңелле үткәрә.