Тәбиғәт һәм беҙ
24 Июля , 10:03

Ял итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла баралар

Башҡортостанда ял итеү өсөн яңы урын таптым - Яҡут батҡаҡ менән дауалаусы Тоҙло күл - Илецк Тоҙо аналогы.

Ял итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла бараларЯл итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла баралар
Ял итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла баралар

Яҡут тоҙло шишмәһе Ҡаҙлайыр йылғаһының һул ярындағы шишмә. Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районында, Яҡут ауылынан төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һыу минерализацияһы 13 г/л етә.1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Дауалау һыуы, үтә күренмәле, тәмле тоҙло, көкөртлө водород еҫе менән.
Элек күлдең ҙурлығы яҡынса 150х150 метр булған, әммә яйлап ул балсыҡлы-тупраҡ ҡатламы аҫтында бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер күлдең 20х15 метр ҙурлыҡтағы өлөшө таҙартылған. Минералланған балсыҡ ҡатламының тәрәнлеге яҡынса 1,5 метр.
Туристар өсөн иң кәрәкле шарттар бар: бәҙрәф, кейем алмаштырыу өсөн кабиналар, душ, пирожныйҙар һәм шашлыктар һаталар, палатка ҡуйырға мөмкин.
Бында ял итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла баралар. Бысраҡ бик яҡшы сифатлы, ҡара, ялтыр. 

Сибәғәт Рахманғолов, Башҡортостан республикаһының  атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:

Яҡут күле шифаһы Ырымбурҙағы тоҙло күлдән һис тә ҡайтыш түгел, тиҙәр. Уның батҡағы менән быуын, һөйәк ауырыуҙарын, мускулдарҙы, хатта артрит, люмбаго, артроз, ревматизмды, һынған урындарҙы дауаларға мөмкин.

Бер генә иҫкәрмә: әсе-мәсе эсемлектәр күтәреп йөрөмәгеҙ инде берүк. Беренсенән, шифалы ләмдең эффекты булмаясаҡ. Икенсенән, Яҡут – АЙЫҠ АУЫЛ!"

Автор:
Читайте нас