

Юғиһә, күпме маҡтап яҙабыҙ, ә ике йыллап ул яҡтарға барған юҡ. Көн иртән үк бик эҫе, тиҙҙән ямғырҙар башлана, һыуыта тип тә ҡотто алалар, әмәл барҙа барып килергә кәрәк.
Киттек. Яманһары аша. Разномойка аша юлы яҡшыраҡ тиҙәр (бына һиңә, ырымбурҙар, уҙҙыра беҙҙе), шулай ҙа белгән юлдан китергә булдыҡ. Балангурға тиклемге юлы бөткән икән, элек уны бер кеше ҡарап торған, имеш, улы Күмертауҙа уҡыған булған, шуға юлды хәстәрләгән, ә әле соҡолоп бөткән. Балангур әле йәшәй икән, хатта балалар уйнап йөрөгәне күренә, каникалға ҡайтҡандарҙыр. Туғыҙтимерҙең үҙенә үк инеп торманыҡ (бер барғанда сиркәүен күреп киткән инек), янында ғына яңы аэродром төҙөп яталар, имеш, бай кеше үҙенә төҙөтә, самолетта ғына осоп ҡайтып йөрөргә.
Маҡсат - көмөш шишмәлә ҡойоноу. Уныһына ирешелде, һыуығы һөйәктәреңә тиклеп үтеп инһә лә, рәхәт, сумған һайын сумғы килә. Кеше бик күп түгел, әллә иртәрәк булғанға, әммә ҡайтҡанда, бер нисә машина, туҡтап, юлды һораны: Туғыҙтимергә нисек барырға? Шешәләргә һыу алдыҡ, был һыу ҙа кешене шәбәйтеп ебәрә тиҙәр, көмөш һыуҙар эсеп кенә ҡайттыҡ, магазиндағы кеүәҫ-лимонадтар ары торһон.
Яманһары быуаһына ла инеп хәлен белеп киттек. Бөтөп барған кеүек ул да, һайыҡҡан. Шулай ҙа уны кемдер ҡараулап ултыра, ситтән килеп, балыҡ тотмаһындар тиме, нимә тиҙер, ҡарауылсы үҙе күренмәне.
Тиҙҙән һәр йылға-күлдә ҡарауыл торор, моғайын, бында кермә, бында сумма. Хәйер, әле үк шулай, Туғыҙтимерҙә генә арҡыры тороусы юҡ, йәнең теләгәнсә һыу ин.
Шулай иттек тә. Хоҙай бушлай биргәнде үҙебеҙҙән үҙебеҙ йәлләмәнек, танһыҡ ҡанып уҡ бөтмәһә лә, күңелгә рәхәт, тәнгә сихәт булды.