Тәбиғәт һәм беҙ
29 Июля , 09:59

Ялсыҡайға таң ҡалдыҡ

Көйөргәҙе районына беҙ Ленинград өлкәһе Всеволожск ҡалаһынан ҡунаҡҡа килдек. Район гәзите иғлан иткән “Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең” конкурсына үҙ тәьҫораттарыбыҙҙы яҙып ебәрергә булдыҡ.

Ялсыҡайға таң ҡалдыҡЯлсыҡайға таң ҡалдыҡ
Ялсыҡайға таң ҡалдыҡ

Һәр йәй Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында йәшәгән туғандарыбыҙ Аҡюловтарға килергә тырышабыҙ. Килгән һайын был яҡтарҙың тәбиғәтенә һоҡланабыҙ. Бына быйыл да йәйҙең йәмле көндәрен тап килтереп, балаларыбыҙ Дарья менән Викторҙы ла алып, Ялсыҡай ауылының Сейәлек яландарын буйланыҡ, файҙалы үләндәр йыйҙыҡ, тәбиғәтегеҙ шул тиклем матур, таң ҡалдыҡ. Ҡыш көндәре, Алла бирһә, ғаилә менән тәмле, шифалы сәйҙәр эскәндә Ялсыҡай яландарын һағынып иҫкә алырбыҙ!
Руфина һәм Александр Швец, Всеволожск ҡалаһы

Автор:
Читайте нас