Тәбиғәт һәм беҙ
30 Июля , 09:57

Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләт

Йәйҙең һәр көнө үҙенсә йәмле һәм иҫтәлекле. Ауыл кешеһенең бигерәк тә ошо осорҙа эшен тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.

Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләтАллаһы Тәғәлә биргән дәүләт
Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләт

Уңғандар ҡышҡылыҡҡа ризыҡ булһын, тип көнө-төнө тырыша, йүгерә. Аяғың тәпелдәмәһә – ауыҙ сәпелдәмәй, тигәндәр бит боронғолар.
Беҙҙә ҡышҡылыҡҡа балалар менән бергә ашарға рищыҡ булһын, тигән ниәттә йәйҙең һәр көнөн файҙа менән үткәрергә тырышабыҙ. Бына бит итәк тултырып себештәр аҫырайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләт, бит улар. Себештәребеҙ иҫән-һау үҫеп, ризыҡҡа яҙһындар. Ҡышҡыһын ялға ҡайтҡан балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҙур табынға йыйылып, бергә-бергә ауыҙ итергә яҙһын.
Сәмәрә Рыҫҡолова, Яңы Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас