

Ошо юлдан йөрөгән бәндәләргә. Үткән һайын тиерлек, юлға сығаһың да баҫаһың, хәҙер бер-беребеҙ менән иҫәнләшеп йөрөргә лә ваҡыт еткәндер. Йә, ни хәлдәрең бар? Ғәфү ит, исемеңде белмәйем:
“Һунарсы минең ырыуым,
Һунарсы ата-бабам,
Һунарсы ҡаны үҙемдә,
Һунарсы булыр балам” тип әйтә алмайым, мылтыҡты армиялаға ғына тотоп ҡараным. Шуға йәнлектәрҙе айырмайым, әммә яратам. Һеҙгә ҡорал тоҫҡарға ғүмерҙә ҡулым бармаҫ ине. Ана, ҡалай матурһың һин, ошо матурлыҡты нисек үлтермәк кәрәк? Үлтерәләр бит? Ҡарале, моңһоҙ хайуан тиһәң дә, донъя хәлдәрен белеп бараһың икән, һин Ер йөҙөндәге һуғыштарҙы күҙ уңында тотаһыңмы, Украинала тынмай (уйлап ҡара, бишенсе йыл китте – һуштар китерлек), Иран менән дә, беләһең, хәлдәр ҡатмарлы. Әәәә, һин үҙең тураһында әйтәһеңдер, үҙ йәнеңде, балаларыңды уйлайһыңдыр. Дәәә. Кешегә һәр саҡ нимәлер етмәй, йәнлектәргә лә, кәрәкме-юҡмы, һунар итәләр, тыныс тормошоғоҙҙо боҙалар. Нәфсе. Һеҙгә ҡаршы ла, башҡа илдәргә ҡаршы ла һуғыш асҡандарҙы, моғайын, нәфсе ҡоторталыр, юғиһә, нимә тип бынау йәмле донъяларҙың рәхәтен күреп, ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙҙе үлтермәй, тыныс ҡына йәшәмәҫкә?
Юлға иҫең киттеме? Ҡуй инде, туған, был Яңы Муса – Таймаҫ юлдарын. Үҙең ошо ерҙә байтаҡ йәшәйһең (кәүҙәңә ҡарағанда, оло йәштәһең), барыһына шаһитһың, күпме маташалар, рәтен таба алмайҙар. Ремонт бит яңы ғына үтте, аҡсалар тотонолдо, ә машина ҡолторлап китеп бара – русса әйткәндә, тотошлай гребенка. Был яҡтарҙа тиҙҙән, ошо юл арҡаһында ла, бер үҙең, үҙеңдең тоҡомоң менән генә ҡалыуың ихтимал, кешеләр ташлап китеп бөтөр ул тыуған ерҙәрен. Уның ҡарауы, беҙгә рәхәт була? Әллә. Әҙәм балаһы, баяғы әйткән нәфсеһен тыя алмаҫ, барыбер етешер, ҡулдары һеҙгә килеп етер. Унан килеп. Бынауы баҫыуҙарҙы бер нисек тә буш ҡалдырмаҫтар, кемдер эшкәртер, бәлки, башҡортса һөйләшкән тауыштарҙы ишетмәҫһең (телде айыраһыңдыр бит?). Шулай хәлдәр, брат. Бер осрағанда һөйләп китәйем тинем. Ярар, эшең күптер (һинең өсөн дә әле ҡыҙыу осор, запас йыйырға кәрәк, бәндәне лә, һеҙҙе лә тамаҡ йөрөтә). Киләһе осрашҡанға тиклем иҫән бул.