Тәбиғәт һәм беҙ
31 Августа , 10:20

Өләсәй менән ейән араһындағы алыш

Сәмәрә апай менән Урал ҡусты иң алға сыҡты, бер-береһе менән туған булмаһа ла ҙа, тауыш биреүҙәге әлеге һөҙөмтә буйынса, уларҙы өләсәйҙәр менән ейәндәр араһында барған уҙыш тип атарға мөмкиндер.

Өләсәй менән ейән араһындағы алышӨләсәй менән ейән араһындағы алыш
Өләсәй менән ейән араһындағы алыш

«Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең» конкурсында әллә ни күп кеше ҡатнашманы (кемдер, бәлки, минең диңгеҙ буйҙарында йөрөгәнде белмәһендәр тип уйлағандыр) шулай ҙа булғаны етерлек. Береһенән-береһе матур конкурсанттар. Әйтеүебеҙсә, алда – Яңы Таймаҫтан Сәмәрә Рыҫҡолова (уның өсөн бик күп кеше йән ата – алға, Самара, тип яҙалар, рустар уҡыһа, ҡалалар араһында ярыш баралыр тип уйлаймы икән, юҡ, әлбиттә, үҙебеҙҙең Сәмәрә апайҙы шулай дәртләндерәләр) һәм Күмертау ҡалаһынан Урал Кинйәғолов.

Был уйын ғына формаһында булған конкурста кем еңһә лә, беҙҙең өсөн айырма юҡ, иң мөһиме, йәйҙәрегеҙ бушҡа үтмәгән, мәңге хәтерҙә ҡалыр булған – бына ошоһо иң мөһиме.

Автор:
Читайте нас