Все новости
Төҙөлөш
23 Мая , 14:42

Ҡыйыҡ китмәйәсәк

Уның әле күңеле бик күтәренке.

Ҡыйыҡ китмәйәсәк
Ҡыйыҡ китмәйәсәк
Ә бит вазифаһы гел ауыҙ йырып йөрөй торғандарҙан түгел, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәте буйынса урынбаҫары. Бер ерен яма, икенсе ере тишелә, аҡса юҡ, солярка юҡ, тегеһе юҡ, быныһы етмәй... баш етмәле түгел. Аҡылым ныҡ теүәл тип йөрөгән кешенең дә ҡыйығы китеүе ихтимал. Әммә уның бөгөн кәйефе шәп. Руслан Әминевтың. 
- Ермолаевола күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт ғәләмәт бара. Подрядсылар шул тиклем тырыш, намыҫлы кешеләр, нисә йыл беҙҙә күп ҡатлы йорттарға ремонт яһайҙар, аҙаҡ халыҡ уларҙы маҡтап туя алмай. Район үҙәгендәге барлыҡ 36 күп ҡатлы (улары ике этаж инде) йорттарҙың ҡыйығын алмаштырып бөттөк тиһәм дә була. Әле ике йорттоҡон алмаштырып йөрөйҙәр, материалдары яҡшы, сифатлы, эшселәр үҙҙәре лә эшһөйәр кешеләр - таңғы етенән башлайҙар эштәрен.  
Был тиклем маҡтағас, барып ҡарап килдек. Төҙөүсе булмаһаҡ та, күренеп тора, еренә еткереп эшләй былар. Главная составляющая любого дома — это крыша ти йортто төҙөп ҡарағандар. Кемде нигеҙе тиер, быныһы ла дөрөҫ, әммә ҡыйыҡтан һыу ағып торһа, уның нигеҙе нисек кенә ныҡ булмаһын, йорттан бер ни ҡалмай. 
Ермолаевоның башҡа яҡтары нисектер, ҡыйғы ныҡ, һыу үтерлек йәки ел осороп алып китерлек түгел. 
Автор:
Читайте нас: