Все новости
Төҙөлөш
7 Июня , 14:23

Мунса ташы түгелсе...

Маяҡ-Абдул юлына ҡырсын түшәйҙәр - күрҙегеҙме?

Мунса ташы түгелсе...
Мунса ташы түгелсе...
Мәсхәрә - мунса таштары түшәп йөрөйҙәр. 
Нимә эшләмә, мотлаҡ ниндәйҙер ғәйебен табалар, барып күрәйек әле үҙебеҙ тип, бөгөн шул тарафтарға китте. Сандин тирәһе мунса ташы менән тулған тигәйнеләр. Һораштыҡ, ысынлап та, түшәгән ҡырсынының ташы ҙур булған, юлсылар, әллә ни зарары юҡ, торараҡ грейдер үтһә, һин дә мин юл була тигән. Әле ҙур таштары күренмәй. Юлды артабан да ремонтлап йөрөйҙәр (уныһы тулыһынса ремонтланмай, тегендә-бында ғына түшәйәсәктәр). 
Уның ҡарауы, Яңы Юл- Ҡотлоюл ауылдары араһына конкрет ҡырсын түшәләсәк. Бының өсөн 10 миллион һум аҡса бүленгән. 
Яңы Муса- Лена юлына ла түшәлә башлай - 40 миллион һум....
Теманың дауамы гәзиттә булыр. 
Автор:
Читайте нас: