Все новости
Төҙөлөш
23 Июня , 14:05

Аҡса булһа, юл да була

Уның тарихы 1962 йылда башланған. 

Аҡса булһа, юл да була
Аҡса булһа, юл да була
Ошо турала белдертеп, КүмАПП-ға барған ерҙә ҙур баннер тора. 2022 йылда ҡуйылған, юбилейына самалап, элгән булғандарҙыр. 
1962 йылдан бирле был завод (ҡала тотҡаһы) күпте күреп, күпте кисерҙе, әммә юлының әлегеләй насар булғанын күргәне булмағандыр. Былтыр уны әпен-төпөн ямаштырҙылар, бер айға ла сыҙаманы. Ә бит КүмАПП-ға иртәле-кисле әллә нисәмә машина үтә, нисек водителдәр һаман эшкә бара, түҙә - баш етмәй. 
Тиҙҙән завод юлына ремонт яһаласаҡ, ныҡлы, капиталь була уныһы тип ышандыра властар. Ремонт өсөн аҡса табылған, тимәк, юл буласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: