Халыҡты әллә ҡасандан бирле илатҡан урам ул, юлының һәйбәт булған сағын хәтерләмәйбеҙ. Бәхетебеҙ бар икән, быйыл уны ремонтлай башланылар - асфальт түшәйҙәр. Был юл аша Маяҡ май заводы машиналары ла елдерә. Билдәле, улар яңы ғына һалынған асфальтты емерәсәк. Ул-был булғансы, һуңынан башты ҡосаҡлап ултырмаҫ өсөн, әле был машиналарға был урамдар юлды ябып торорға ҡарар иттеләр.
Завод етәкселегенә хат әҙерләнә, шулай-шулай хәлдәр, әфәнделәр, әлегә Яҙлау аша йөрөп тороғоҙ.