Покровканан Керәүлегә илткән юлдағы асфальттан бары тик исеме генә ҡалғайны. Ауыр машиналар йөрөп, уны емереп бөткәйнеләр.
Был соҡорланып бөткән асфальтты әле аҡтарып йөрөйҙәр - яңыһын һаласаҡтар. Эште бөгөн генә башлап торалар, беҙ барып туҡтауға артыбыҙҙан Юрий Шибин да килеп ултырҙы.
- Эшкә тотоноп өлгөрмәнек, ә һеҙ бындаһығыҙ ҙа...
Километр ярым оҙонлоҡтағы асфальтты алмаштырабыҙ. Быйылға эште бөтөп булмаҫ, әлегә аҡтарып, урынына ҡырсын түшәйбеҙ ҙә, бер ҡатлам асфальт һалабыҙ, икенсе ҡатламы киләһе йылға ҡала.
- Анауы балсыҡ машиналары аҫтында был асфальт оҙаҡҡа сыҙармы?
-...
- Әйткәндәй, Юрий Владимирович, Молоканға тиклем анауы тороп ҡалған араны ике йыл асфальтламайһығыҙ, быйыл буламы ул?
- Юҡ.