Все новости
Тирә-яҡ мөхит
26 Марта , 11:21

Туғандарҙы ек

Совет урамы өсөн 1257, Чкалов өсөн - 229, Яңы Мораптал өсөн  - 262. 

Туғандарҙы ек
Туғандарҙы ек
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу әле шулайыраҡ бара. Кәпәстәрҙе күккә сөйөп, ҡыуаныр сәбәп юҡ - тауыш биреү яй бара. 
Халыҡ тауышын бик бирә һалып бармай, госуслуга аша уныһы, анһат ҡына түгел, мәшәҡәте күп. Икенсе яғы - кешене был, бәлки, бик ҡыҙыҡһындырмайҙыр, парк, тротуар түгел, бында баш ҡайғыһы. 
Һәр ойошма, предприятиеға "һин шунса тауыш йыйырға тейешһең" тип фарман бирһәләр ҙә, эштәр әллә ни алға китмәй. 
- Миндә биш кеше генә эшләй, йөҙләп тауыш тип план бирҙегеҙ, ҡайҙан табайым шунса тауышты? 
- Туғандарың, күршеләрең бармы - шуларҙы ек. 
Әле ваҡыт бар, 30 апрелгә тиклем бирелә тауыш, ҡышҡы йоҡонан уяна алмайбыҙҙыр, яҙ дәрте күңелдәргә күсмәгән. 
Әйткәндәй, "Айыҡ ауыл" конкурсында Зәк-Ишмәт өсөн тауыш биреүҙә лә әллә ни алдыра алманыҡ. 
Автор:
Читайте нас: