Все новости
Тирә-яҡ мөхит
6 Июля , 08:56

Күмертау ихаталары яңыра

Фәйрүзә ИШБИРҘИНА, хаҡлы ялда: - Балаларым Калинин урамында фатир алды.

Күмертау ихаталары яңыра
Күмертау ихаталары яңыра

Күмертау ҡалаһында алты күп фатирлы йорт алдындағы ихата төҙөкләндереләсәк. Ихатала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, япмалар, ял итеү урындары, видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу ҡорамалдары төҙөү тураһында ҡарар бөтә йорт хужаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән. Был йорттарҙа йәшәүселәрҙең пландарын тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан — 27 миллион һум, урындағы ҡаҙнанан бер миллион 458 мең һум аҡса бүленгән. Йорт хужалары был дөйөм эшкә 280 мең һум өҫтәй, йәғни дөйөм сығымдарҙың бер процентын ҡаплай.

Эшселәр ихаталарҙы май айында төҙөкләндерә башлаған. Иҫке тротуарҙарҙы һүтеү һәм яндауыр таштарын ҡуйыу буйынса эштәр тамамланған. Бөтә ер эштәре һәм тротуарҙарҙы асфальтлау атҡарыла. Эш графигында тотҡарлыҡтар юҡ, объектты 30 августа файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ихата майҙандарын төҙөкләндереү буйынса "Башҡорт ихаталары" программаһы 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Программа буйынса биш йыл эсендә 1326 ихата төҙөкләндерелгән. Быйыл 3,5 меңдән ашыу туҡталҡа урыны булдырыласаҡ, 120 балалар һәм спорт майҙансығы урынлаштырыласаҡ, йорт ихаталарында 700-ҙән ашыу видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыласаҡ.

Радий Хәбиров "Башҡорт ихаталары"н торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендә иң яҡшы проект тип атаны:

"Ихаталарҙың барыһын да тәртипкә килтерергә кәрәклеген яҡлап сығам. Шунда уҡ подъездар яһағыҙ, ҡыйыҡты тәртипкә һалығыҙ, фасадтар ҡуйығыҙ. Был программаны мотлаҡ дауам итербеҙ. Мөмкин булһа, күрше биләмәләрҙе ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышырбыҙ».

Фәйрүзә ИШБИРҘИНА, хаҡлы ялда:

- Балаларым Калинин урамында фатир алды. Ейәнемде балалар баҡсаһынан барып алыу минең өҫтә. Быға тиклем балалар баҡсаһынан өйгә тиклем ярты сәғәт атлаһаҡ, хәҙер берәр сәғәт ҡайтабыҙ. Ейәнем Илнур өлкән ағайҙарҙың эшләгәнен ҡарай, тракторҙар менән ҡыҙыҡһына. Түҙемһеҙлек менән яңы балалар ҡаласығы ҡалҡҡанын көтәбеҙ. Йәшәгән ер уңайлы булһа, балаларға уйнарға майҙансыҡ, өлкәндәргә ултырып торор урын - уңайлы мөхит шунан башлана инде. Әле төҙөүселәрҙең атҡараһы эше байтаҡ. Шулай ҙа, эш ахырына яҡынлашһа, ихата иркенәйеп ҡаласаҡ, барыһына ла уңайлы буласаҡ.

bashgazet.ru 

Автор:
Читайте нас: